+14 °С
Облачно
VKOKTelegram
Төрлөһөнән
27 Сентября 2021, 09:06

Исемең нисә хәрефтән тора?

Нумерологтар иҫәпләүенсә, һандар бөтәһе менән дә идара итә ала, шул иҫәптән кешенең яҙмышы менән дә. Белгестәрҙең фекеренсә, исемдәге һандарҙың һаны ла кешенең тормошона йоғонто яһай икән.  Ҡайһы берәүҙәрҙең тормошон яҡшы яҡҡа үҙгәртәм тип, исемдәрен  алыштырғандарын ишеткәнебеҙ ҙә бар, шулаймы?

Исемең нисә хәрефтән тора?Исемең нисә хәрефтән тора?
Исемең нисә хәрефтән тора?

Ике хәрефтән торған исем иғтибарҙы йәлеп итә, ауыр һәм ҡатмарлы тормош юлы күҙаллана.

Өс хәрефле исемлеләр бигерәк тә ныҡышмал. Улар үҙ һүҙенән кире ҡайтмай, аҙаҡҡаса әйткәнендә тора.

Дүрт хәрефле исемле ир-егеттәргә һәр ваҡыт һынауҙарҙы еңергә, ҡараштарын яҡларға тура киләсәк. Был ҡатын-ҡыҙҙарға һис ҡағылмай.

Биш хәрефле исемлеләр, бер нимәгә ҡарамай, ҡуйылған маҡсаттарына ирешеүсән.

Алты хәрефтән торған исемлеләр ирек һөйөүсән.

Ете хәрефтән торған исемлеләр килешеп барыуға һәләтле.

Һигеҙ хәрефтән торған исемлеләр ярһып барыусан, үҙенә бер төрлө ҡарашлы.

Туғыҙ хәрефтән торған исемлеләрҙең бик хыялланыусан булһалар ҙа, күҙаллау һәләттәре бар.

 

Фото: https://sterlegrad.ru/society/page/2/

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас