

Роликтарҙың Ҡытай версияһын 14 йәштән бәләкәсерәктәр хәҙер көнөнә 40 минут ҡына ҡарай аласаҡ. Бынан тыш, киске сәғәт 10-дан алып иртәнге 6-ға тиклем ҡушымта бөтөнләй эшләмәйәсәк. Быға тиклем Ҡытай хөкүмәте балалар өсөн онлайн-уйындарҙа аҙнаһына өс сәғәткә тиклем генә ваҡытты үткәрергә була, тигән ҡарар ҡабул иткәйне.
“ТikTok”тың хужаһы яҡын арала балалар өсөн платформала “иҫ киткес контент” булдырырға уйлай. Мәҫәлән, фән, сәнғәт һәм әҙәбиәтте популярлаштырыусы роликтар авторҙары платформанан айырыуса ҙур ярҙам аласаҡ.
Фото: proprikol.ru