+27 °С
Облачно
VKOKTelegram
Төрлөһөнән
6 Октября 2021, 04:53

Театр миҙгелен аса

Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры XXXII театр миҙгелен аса.

Театр миҙгелен асаТеатр миҙгелен аса
Театр миҙгелен аса

7 октябрҙә башҡорт труппаһы тамашасыларҙы башҡорт драматургияһына нигеҙ һалыусы Мөхәмәтша Буранғоловтың әҫәре буйынса ҡуйылған «Башҡорт туйы» романтик драмаһы менән ҡыуандырасаҡ. Режиссёры – Азат Йыһаншин.

Ә 8 октябрҙә урыҫ труппаһы Александр Пушкиндың «Капитанская дочка» әҫәре буйынса бер күренештәге спектаклдең премьераһын күрһәтәсәк. Режиссёры – Искәндәр Саҡаев.

Спектаклдәр киске сәғәт 7-лә башлана. Билеттарҙы театр кассаһында һәм онлайн  https://teatrnmt.ru/afisha/ алырға мөмкин.

 

Фото: https://vk.com/kulturarb.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас