

Әгәр ҙә мәктәп уҡыусыһының 80 йәштән өлкән өләсәһе, олатаһы йәки ошо йәштәге таныштары бар, улар ярҙамға мохтаж икән, рәсмиләштереп ҡуйырға мөмкин. Уҡыусы баланың шулай хеҙмәт стажы ла бара.
Өлкән йәштәгеләрҙе ҡарауҙы 14 йәштән алып мәктәп уҡыусыһына рәсмиләштерергә була. Әгәр ҙә бала бәлиғ булмаған икән, Пенсия фондына ата-әсәһе менән мөрәжәғәт итергә кәрәк.
Өлкәндәрҙе ҡарау хеҙмәт стажына индереләсәк. Үҫмергә йылына 1,8 пенсия балы өҫтәләсәк.