+14 °С
Облачно
VKOKTelegram
Төрлөһөнән
1 Ноября 2021, 05:10

Ноғман Мусин арабыҙҙан китеп барҙы

Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, республикабыҙҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Ноғман Мусин 91-се йәшендә яҡты донъяларҙы ҡалдырып, беҙҙең арабыҙҙан китеп барҙы.

Ноғман Мусин арабыҙҙан китеп барҙыНоғман Мусин арабыҙҙан китеп барҙы
Ноғман Мусин арабыҙҙан китеп барҙы

 Башҡорт прозаһының күренекле вәкиле, эпик йөкмәткеле романдар, үткер проблемалы повестар, күп һанлы хикәйә һәм очерктар авторы Ноғман Мусиндың әҫәрҙәрен, ғәҙәттә, халыҡсан ижад тип баһалайҙар. Тәбиғәткә, кешеләргә оло һөйөү, нескә миһырбанлыҡ менән һуғарылған ижад өлгөләренең әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ.     Ноғман Сөләймән улы Мусин 1931 йылдың 17 июлендә хәҙерге Ишембай районының Ҡолғона ауылында тыуа. Тәүҙә үҙ ауылында ете йыллыҡ мәктәптә уҡый. 1947 йылда Маҡар урта мәктәбен тамамлап, уҡытыусы булып эшләй.

Әҫәрҙәре 1952 йылдан алып матбуғатта баҫыла башлай. «Зөһрә» исемле тәүге повесы 1955 йылда яҙылып, 1956 йылда «Әҙәби Башҡортостан» журналында донъя күрә. 1958 йылда «Ағиҙел» журналына эшкә килә, ошо осорҙан алып әҙәбиәттән айырылмай. Һуңыраҡ ул башлыса үҙе тыуып үҫкән мөхит, тормош һәм шунда көн күреүсе кешеләр хаҡындағы әҫәрҙәре менән таныла.

 Ноғман Мусин– үҙ темаһын ғына түгел, үҙ стилен, уға ғына хас һүрәтләү алымдарын тапҡан яҙыусы. Тәбиғәт тигән ҙур социаль проблематиканы тормоштоң киң һулышы, тыуған ерҙе матурлар өсөн замандаштарҙың  ынтылышлы эшмәкәрлеге менән  органик   бәйләнештә биреүгә өлгәшә.

  Хикәйәләре, «Зөһрә», «Төпкөлдән төшкән килен», «Аҡ юл һиңә!» һәм башҡа повестары, «Өҙәрем юл кешеләре», «Һайлап алған яҙмыш»,    «Мәңгелек урман», «Зәңгәртауҙа – аҡ болан» романдары күптәрҙең яратып уҡыған әҫәрҙәре. Уның ижады заман үҙгәрештәренә лә бирешмәй, сөнки улар кешеләрҙе тормош, ғүмер, яҡшылыҡ һәм яманлыҡ тураһында уйланырға, үткән юлдарына, бөгөнгөһөнә һәм киләсәккә күҙ ташларға мәжбүр итә.

 Уның повесть һәм романдарына нисәмә быуын уҡыусылары һоҡланыуҙан туҡтамай. Яҙыусыға хаҡлы рәүештә республикабыҙҙың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы тигән маҡтаулы исемдәр бирелде. Ә әҙип өсөн иң ҙур бүләк – халыҡ һөйөүе.

Ноғман Сөләймән улының ауыр тупрағы еңел булып, урыны ожмахта булһын! Уның туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.

Ноғман Мусин менән хушлашыу 2 ноябрҙә иртәнге сәғәт 9-ҙан 10-ға тиклем Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында үтәсәк.

 

 

Фото: интернет селтәренән.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас