+17 °С
Ясно
VKOKTelegram
Төрлөһөнән
5 Ноября 2021, 05:00

"Ритайым"ға йыйылдыҡ

«Ритайым» тураһында ишетеп кенә белә инем. Апайым һөйләгәйне. Баҡһаң, Өфөлә «Самауырлы ритайым»ға йөрөйҙәр икән. Беҙҙең уҡытыусыбыҙ Зөлфиә Ислам ҡыҙы Ҡадирова, беҙ ҙә уны үткәрәбеҙ, тигәнгә ҡыуанып киттем.

"Ритайым"ға йыйылдыҡ"Ритайым"ға йыйылдыҡ
"Ритайым"ға йыйылдыҡ

Атай-әсәйҙәр менән Асҡарҙың сауҡалығына йыйылдыҡ. Көн сыуаҡ, матур ине. Беҙҙең менән VIII «А», VIII «Д» синыфтары ла рәхәтләнеп күңел асты. Уҡытыусыларыбыҙ Айгөл Фәләх ҡыҙы Нафиҡова (VIII «Д» синыфының етәксеһе) менән Зилә Ҡадир ҡыҙы Мәғәфүрова (VIII «А») беҙгә онотолоп барған башҡорт уйындарын уйнатты. Байрамда башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыу­сыһы Римма Фәйзулла ҡыҙы Баймырҙина ла ҡатнашты.
Беҙҙең менән өләсәйҙәр ҙә бейене. Лия синыфташымдың атаһы Азамат Зенит улы Һарунов беҙгә самауыр ҡайнатты. Атай-әсәйҙәребеҙ өҫтәл әҙерләне. Бергәләп тәмлекәстәр менән һыйландыҡ. Аҙаҡтан өмә үткәрҙек, тирә-яҡты сүп-сарҙан таҙартып алдыҡ.
Ошондай матур «Ритайым» киләсәктә лә беҙҙең йола булып ҡалһын ине. Был байрам барыбыҙға ла ныҡ оҡшаны.


Гөлнур ИЛЬЯСОВА, VII «Д» синыфы уҡыусыһы.
Әбйәлил районы,
Асҡарҙағы Таһир Күсимов исемендәге гимназия.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас