+31 °С
Ясно
VKOKМакс
Төрлөһөнән
16 Ноября 2021, 03:56

Атай-әсәйҙәр өсөн – аҙналыҡ

Рәсәй Федерацияһының Мәғариф министрлығы 15-енән 19 ноябргә тиклем Бөтә Рәсәй ата-әсәләрҙең компетентлыҡ аҙналығын ойоштора. Был осорҙа улар өсөн психологтар, педагогтар, айырым ихтыяждары булған балаларҙы үҫтереү буйынса белгестәр вебинарҙар, оҫталыҡ дәрестәре, «түңәрәк өҫтәлдәр» ойошторасаҡ. Ҡатнашыу бушлай.

Атай-әсәйҙәр өсөн – аҙналыҡАтай-әсәйҙәр өсөн – аҙналыҡ
Атай-әсәйҙәр өсөн – аҙналыҡ

Аҙналыҡ программаһы темаларға бүленгән: уйындар, уҡытыу, тәрбиә, көрсөк проблемалары, аралашыу, тыуғандан алып  үҫмер йәшкә тиклем социалләштереү . Көн һайын иртәнге 10-дан киске сәғәт 8-гә тиклем сараларҙы ҡарап ҡына ҡалмай, әүҙем ҡатнашыусыһы булып, һорауҙар ҙа бирә алаһығыҙ.

Аҙналыҡ сараларында ҡатнашыу өсөн түбәндәге һылтанма буйынса https://ospu.ru/ теркәлергә кәрәк.

 

Фото: https://vk.com/publicguo.

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас