+19 °С
Облачно
VKOKTelegram
Төрлөһөнән
16 Ноября 2021, 05:11

Бибисара Азаматоваға бағышланған хәтер кисәһе үтәсәк

19 ноябрҙә Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында ҡабатланмаҫ моң эйәһе, яратҡан йырсыбыҙ Бибисара Азаматоваға бағышланған «Ғүмер ике килмәй» тигән хәтер кисәһе үтәсәк. Унда Рәил Өмөтбаев, «Далан» төркөмө, Искәндәр Ғәзизов, Лилиә Ишемйәрова, Динар Халиҡов, Сәғиҙулла Баййегет, Хәлит Фәтихов, Азамат Тимеров, Ян Лира, Заһир Иҫәнсурин, Азат Биксурин, Динис һәм Фәрзәлиә Ибраһимовтар, Фәдис Ғәниев, Лилиә Биктимерова һәм башҡа артистар ҡатнашасаҡ.

Бибисара Азаматоваға бағышланған хәтер кисәһе үтәсәкБибисара Азаматоваға бағышланған хәтер кисәһе үтәсәк
Бибисара Азаматоваға бағышланған хәтер кисәһе үтәсәк

«Юғары исемдәргә эйә булмаһа ла, ул ябай һәләте менән «халыҡ йырсыһы» баһаһына лайыҡ булып, халыҡ һөйөүен яуланы. Сәхнәгә лә дан йәки абруй өсөн түгел, ә тамашасыларға моң бүләк итергә, уларҙы хискә һәм наҙға сорнарға теләгәне өсөн сыҡты. Ысынлап та, халыҡтан сыҡҡан, халыҡ өсөн йән атҡан һәм һәләтен шул халыҡҡа кире ҡайтарып бирергә ынтылған оло йөрәкле апай булды ул Бибисара Азаматова.

Яратҡан йырсыбыҙҙың рухын хөрмәтләп, уның яҡты иҫтәлегенә бағышлап хәтер кисәһе иғлан итәбеҙ. Тамашала Бибисара Азаматованың йәш дуҫтары, сәхнәләштәре, ижадташтары, фекерҙәштәре ҡатнашасаҡ. Һәм һеҙ ҙә ситтә ҡалмағыҙ, уның тамашасылары, тыңлаусылары, йырҙарын күңел түрендә йөрөтөүселәр. Хәтер кисәһенә рәхим итегеҙ!», – тип хәбәр ителә филармонияның сайтында.

 

 

Фото: https://bashgf.ru.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас