+25 °С
Дождь
VKOKTelegram
Төрлөһөнән
18 Ноября 2021, 08:07

«Уйҙарымдан ғына юғалма...»

Ошондай матур исем менән ҡуйыласаҡ музыкаль спектаклде күргегеҙ киләме? Улайһа, Милли йәштәр театрына рәхим итегеҙ! Был әҫәр Решат Нури Гюнтекиндың «Королёк – птичка певчая» романы буйынса ҡуйылған. 8 декабрҙә киске сәғәт 7-лә башлана.

«Уйҙарымдан ғына юғалма...»«Уйҙарымдан ғына юғалма...»
«Уйҙарымдан ғына юғалма...»

Шулай уҡ премьералар ҙа көтөлә. Мәҫәлән, «Капитанская дочка» (урыҫ труппаһы), «Арба», «Ғашиҡтар көнө», «Яҙмышымдың икенсе бүлеге», «Планета». Кемдәр әле «Диләфрүзгә - дүрт кейәү», «Үлмәҫбай», «Аҡса булһа бер муҡса», «Диңгеҙ ярын иңләй ала эт» һәм урыҫ труппаһы ҡуйған «Униженные», «Ханума» тигән пьесаларҙы ҡарамаған, мотлаҡ килеп күрегеҙ.

Әйткәндәй, билеттарҙы «Пушкин картаһы» менән һатып алырға була.

Иғтибар! Тамашаларҙы ҡарарға килгәндә COVID-19-ға ҡаршы яһатҡан вакцина сертификатын (QR-код) алырға онотмағыҙ.

Һорауҙар буйынса  8 (347) 286-59-05 телефонына шылтырата алаһығыҙ.

 

Фото https://teatrnmt.ru/ алынды.

Автор:Гөлфирә Ҡарағужина
Читайте нас