+17 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
2 Декабрь 2021, 14:07

Почта бүлексәләрендә Ҡыш бабай почтаһы эшләй башланы

Рәсәй почтаһы Ҡыш бабайға хат өсөн Яңы йыл почтаһын эшләтеп ебәрҙе. Уй-теләктәрең яҙылған хатты 1-енән 31 декабргә тиклем почта йәшнигенә төшөрөргә була.

Почта бүлексәләрендә Ҡыш бабай почтаһы эшләй башланы
Почта бүлексәләрендә Ҡыш бабай почтаһы эшләй башланы

Байрамға махсус биҙәлгән Яңы йыл почта йәшниктәрен үҙәк һәм ҙур почта бүлексәләрендә табырға мөмкин. Ҡыш бабайға Бөйөк Устюгҡа хат ебәрергә уйлаһағыҙ, конверт тышына адресын дөрөҫ яҙып, марка йәбештерергә лә онотмағыҙ. Тылсымсыбыҙҙың адресы ошолай: 162390, Россия, Вологодская область, город Великий Устюг, «Дом Деда Мороза»». Үткән йылда Рәсәй почтаһы Бөйөк Устюгҡа балаларҙың һәм өлкәндәрҙең уй-теләктәре яҙылған 221 меңдән ашыу хатты ебәргән.

 

 

Фото: https://sterlegrad.ru/society/.

 

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: