+23 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
13 Декабрь 2021, 14:02

Рөстәм Нәбиев йыһан киңлектәрен дә яуларға теләй

Танылған блогер йыһанға осорға тәҡдим итеүҙәрен белдерә.

Рөстәм Нәбиев йыһан киңлектәрен дә яуларға теләй
Рөстәм Нәбиев йыһан киңлектәрен дә яуларға теләй

– «Йыһанға осасаҡ 100 уникаль кеше» тип исемләнгән халыҡ-ара проект бар. Эльбрустың иң бейек нөктәһен тәүге тапҡыр яулағандан һуң был проекттың вәкилдәре шылтыратып, мине ҡатнашырға саҡырҙы. Ризалыҡ бирҙем. Ваҡыты тураһында бер ни әйтә алмайым, әҙерлек осоро ғына бара. Әлеге ваҡытта инглиз теле менән танышыу башланғыс этабындамын, репетитор менән шөғөлләнәм, – ти Рөстәм Нәбиев.

 

 

 

Фото: "Инстаграм" селтәренән.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: