+18 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
15 Декабрь 2021, 17:10

Яңы йыл ҡаласыҡтары байрамса асыласаҡ

Яңы йыл етеп килеүе көндән-көн үҙен һиҙҙертә. Оҙаҡламай баш ҡалабыҙҙа боҙ ҡаласыҡтары асыла башлай. 16 декабрҙә киске сәғәт 5-тә Затон биҫтәһендәге «Тулҡын» паркы алдында ҡаласыҡты асыу байрамы үтәсәк.

Яңы йыл ҡаласыҡтары байрамса асыласаҡ
Яңы йыл ҡаласыҡтары байрамса асыласаҡ

Ә 20 декабрҙә иһә «Торатау» конгресс-холы янында, Владимир Ленин исемендәге,  Спорт һарайы алдындағы  майҙансыҡтарҙа, «Ҡашҡаҙан» паркында, Мөбәрәков урамындағы Юнармеецтар скверында асылыу көтөлә.

21 декабрҙә боҙ ҡаласыҡтары  Дим биҫтәһендәге мәҙәни  һәм ял итеү паркында асыласаҡ, 23 декабрҙә – «Моторстроитель» мәҙәниәт һарайы, 24 декабрҙә – Серго Орджоникидзе исемендәге һәм Өфө балалар филармонияһы  майҙансыҡтарында.

Был көндәрҙә килеүселәр өсөн викториналар, ҡыҙыҡлы хәрәкәтсән уйындар, Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу ҡатнашлығында күңелле ял итеү программаһы ойоштороласаҡ.

 

 

Фото: https://www.ufacity.info/press/main/.

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: