+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
16 Декабрь 2021, 15:05

Кәрәкмәгән кейемдәр булһа...

Бала үҫеп еткән. Ә уның әйберҙәрен ҡайҙа итергә һуң? Ҡайһы берҙәре йүнләп кейелмәгән дә, яңы кеүек. Ташлауы йәл, кемгәлер бирергә кеше лә юҡ. Ошо уңайҙан баш ҡалабыҙҙа Анна Войтюкова менән берлектә балаларҙың әйберҙәрен һатыу ойошторола. Унда ата-әсәйҙәр балалары менән бергәләп ҡатнаша ала.

Кәрәкмәгән кейемдәр булһа...
Кәрәкмәгән кейемдәр булһа...

Әйберҙәрҙе һатыу менән бергә ялдарҙы файҙалы итеп  үткәреү мөмкинлеге лә бар. Бала үҙенең  ниндәйҙер әйберен отошло хаҡҡа алыштыра, һата ала. Етмәһә, оҫталыҡ дәресендә лә ҡатнашыу мөмкинлеге бирелә. Эшлекле уйын, «Әйберҙәр тарихы һәм киләсәк иҡтисады» дәресе, «Хәүефһеҙлек мәктәбе»нән тәүге ярҙам күрһәтеү күнекмәләренә өйрәнеү ҙә бик фәһемле буласаҡ.

Был сара 18 декабрҙә көндөҙгө сәғәт 12-лә башланып, киске сәғәт 6-ға тиклем дауам итәсәк. Ҡатнашыусыларға ошо телефон 8 996 107 28 75 буйынса яҡынса яҙылыу мотлаҡ. Ҡышҡы әйберҙәр, аяҡ кейемдәре, китаптар, уйынсыҡтар, иртәлектәргә костюмдар килтерергә мөмкин.

 

 

Фото: https://vk.com/cmaufa.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: