+17 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
16 Декабрь 2021, 16:25

"Ёлки-8" фильмында - ҡурай тажы!

Өфө тамашасыһы илдә тәүгеләрҙән булып «Ёлки-8» фильмын ҡараны. Комедия эксклюзив рәүештә «Родина» кинотеатрында күрһәтелде.

"Ёлки-8" фильмында - ҡурай тажы!
"Ёлки-8" фильмында - ҡурай тажы!

Режиссёр Тимур Бикмәмбәтовтың "Ёлки-8"фильмында Иван Ургант, Сергей Светлаков, Ольга Бузова, Филипп Киркоров кеүек шоу-бизнес йондоҙҙары ҡатнаша. Сюжет төрлө шәхестәрҙең тормошона арналған. Ғәҙәттәгесә, геройҙарҙы төрлө Яңы йыл мажаралары көтә.

Кино төрлө ҡалаларҙа – Пермдә, Төмәндә, Краснояркиҙа, Саранскиҙа, шул иҫәптән Өфөлә лә төшөрөлгән. 

Хәтерләйһегеҙҙер әле, ноябрь айында «Торатау» конгресс-холы майҙанына йыйылған халыҡ республиканың символы – ҡурайҙы һынландырғайны. Улар ҡурай сәскәһе рәүешендә баҫып, Яңы йыл комедияһы кадрҙарына инеп ҡалды.  Был иҫтәлекле ваҡиғала теләге булған һәр кем ҡатнаша алды. Шулай уҡ фильмда Салауат Юлаев һәйкәлен, яратҡан йырсыбыҙ Элвин Грейҙы ла күрергә була.

- "Ёлки-8"фильмының Өфөгә ҡайтыуы ҡыуаныслы. Уның беренсе бүлеге лә беҙҙә төшөрөлгәйне бит! Яратҡан ҡалабыҙҙы, һәр беребеҙгә яҡын һәм ҡәҙерле булған урындарҙы кинола күреү күңелгә шул тиклем рәхәтлек бирә, үҙеңде ошо ерҙең бөр өлөшө итеп тояһың, ғорурлыҡ хисе уяна. Фильмды төшөрөүселәргә ҙур рәхмәтемде еткерәһем килә. Ул беҙҙең тормошобоҙ, ҡалабыҙ, яңы йылды нисек ҡаршы алыуыбыҙ хаҡында. Ябай халыҡтың ошондай проекттарҙа йышыраҡ ҡатнашыуҙарын теләйем. Барыбыҙ ҙа сәләмәт булайыҡ, етеп килгән Яңы йылды иҫән-имен ҡаршы алайыҡ! - тине Башҡортостан Мәҙәниәт министрының беренсе урынбаҫары Наталья Лапшина. 

"Ёлки-8"фильмы киң прокатҡа 16 декабрҙән сығасаҡ.

Фото: gagarincinema.ru

 

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: