+1 °С
Ҡар
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
17 Декабрь 2021, 11:45

Республика ата-әсәләр форумы бара

Баш ҡалабыҙҙа республика ата-әсәләр форумы һәм Башҡорт тарихы йылы һөҙөмтәләре буйынса тантаналы саралар бара.

Республика ата-әсәләр форумы бара
Республика ата-әсәләр форумы бара

Сара башында барлыҡ ҡатнашыусылар һәм ҡунаҡтар «Туған телдең көсө» фильмын ҡараны, унан һуң театрлаштырылған пролог һәм башҡорт ырыуҙарының парады тәҡдим ителде.

Сараға ярашлы, рәсми ҡунаҡтар, Бөтә донъя ҡоролтайы башҡарма комитеты һәм Президиумы ағзалары, йәмәғәтселек вәкилдәре, республика буйынса ата-әсәләр комитеттары ағзалары ҡатнашлығында пленар ултырыш та үтә.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе, Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Ринат ҡыҙы Айытҡолова сәләмләп:

– Башҡорт ырыуҙарының хәрәкәте – беҙҙең милләтте берләштереүсе көс. Башҡорттарҙың 50-гә яҡын ырыуы бар. Беҙгә уларҙың үҙенсәлектәрен, тарихын өйрәнергә кәрәк. Йыл дауамында ике тиҫтә  йыйын үткәрелде. Беҙ төрлөлөк менән, шул иҫәптән диалекттарыбыҙ менән көслөбөҙ, – тине ул.

 

 

Фото: https://vk.com/kurultaibashkir

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: