-3 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
23 Декабрь 2021, 15:53

Факиһа Туғыҙбаева иҫтәлегенә таҡтаташ асылды

Башҡортостандың халыҡ шағиры, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Факиһа Һаҙый ҡыҙы Туғыҙбаева иҫтәлегенә үҙе йәшәгән йортта мемориаль таҡтаташ асыу тантанаһы булды. Унда ижадташ дуҫтары, хеҙмәттәштәре, туғандары килгәйне.

Факиһа Туғыҙбаева иҫтәлегенә таҡтаташ асылды
Факиһа Туғыҙбаева иҫтәлегенә таҡтаташ асылды

 Факиһа Туғыҙбаева Бүздәк районы Бәләкәй Ҡаңны ауылында донъяға килгән. Башҡорт дәүләт университетын тамамлағандан һуң  хеҙмәт юлын «Башҡортостан пионеры» (беҙҙең «Йәншишмә») гәзитендә башлаған, 1979 йылда «Пионер» («Аманат») журналына күсә. 1990—2010 йылдарҙа «Аҡбуҙат» журналының баш мөхәррире була.

Таҡтаташ асыу тантанаһында республикабыҙҙың мәҙәниәт министры урынбаҫары Рәнис Алтынбаев Факиһа Һаҙый ҡыҙының башҡорт әҙәбиәтенә һәм журналистикаға индергән тос өлөшөн билдәләп китте. Өфө ҡала округы хакимиәтенең бүлек етәксеһе Салауат Дәүләтшин таҡтаташтың киләсәк быуын өсөн  мөһимлеген белдерҙе.

– Факиһа Туғыҙбаева тәүгеләрҙән булып башҡорт шағирәләре араһында лиро-эпик йәки поэма жанрын оло әҙәбиәт юлына сығарҙы. Халҡыбыҙ, милләтебеҙ, тип янып-көйөп йәшәне, – тип хәтергә алды Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе Зәки  Әлибаев.

Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбаев бергә эшләгән йылдарҙы иҫкә алып, Факиһа Туғыҙбаеваға арналған шиғырын да уҡып ишеттерҙе. Режиссёр, яҙыусы Зөһрә Бураҡаева Мостай Кәрим фонды исеменән дә килеп, Әлфиә Мостай ҡыҙы исеменән сәләм еткерҙе. «Аҡбуҙат» журналының баш мөхәррире, танылған шағирә Лариса Абдуллина Факиһа Туғыҙбаева эшләгән журналдың тәүге һандарын алып килгәйне.

Бүздәк районының Ҡаңны-Төркәй ауыл советы ауыл биләмәһе башлығы, ҡаңны ырыуы рәйесе Ғәли Барый улы Шәғәлиев ҡаңны ырыуы менән таныштырҙы, Факиһа Туғыҙбаеваның ошо ырыуҙан булыуы хаҡында ғорурланып һөйләне.

Шағирәнең ҡыҙы Зөлфиә Кускилдина бөгөнгө сара уларҙың яҡындары өсөн ҙур тантана булыуын белдерҙе, таҡтаташ асыуҙы хәстәрләгән мәҙәниәт министрлығына, Яҙыусылар союзына, Совет районы хакимиәтенә, уны ихтирам итеп килгән ҡәләмдәштәренә, дуҫтарына ҙур рәхмәтен белдерҙе.

 

 

Фото: https://vk.com/journal_akbuzat

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: