+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
25 Декабрь 2021, 08:00

Ҡайҙа, нисек байрам итәләр?

Яңы йылды һәр илдә төрлө ҡаршылайҙар. Был уларҙың ғөрөф-ғәҙәттәренә, йолаларына бәйле. Бер нисәүһен ҡарап үтәйек әле.

Ҡайҙа, нисек байрам итәләр?
Ҡайҙа, нисек байрам итәләр?

Швецияла, мәҫәлән, Яңы йыл алдынан балалар яҡтылыҡ батшабикәһе – Лючияны һайлай. Быға тәғәйенләнгән ҡыҙ аҡ төҫтәге күлдәк, янып торған майшәм беркетелгән таж кейә. Лючия балаларҙы, йорт хайуандарын тәмлекәстәр менән һыйлай. Байрам мәлендә урамдарҙа ла, йорттарҙа ла сағыу уттар яна.

Венгрияла Яңы йыл етеп килгәндә һыҙғырыу йолаға әйләнгән. Шулай улар йорттарын яуыз заттарҙан таҙартып, именлек, шатлыҡ-ҡыуаныстар өсөн урын әҙерләй, имеш. Венгрҙарҙың байрам өҫтәлендә борсаҡ, фасоль, сәтләүек, алма, бал һәм һарымһаҡ була.

Францияла иһә 31 декабрь көнө йорт ағас һәм балсыҡтан фигуралар менән биҙәлә. Бында Ҡыш бабайҙы Пер Ноэль тип йөрөтәләр, ул балаларҙың аяҡ кейеменә бүләктәр һала.

Испанияла Яңы йылды ҡаршыларға тура килһә, урындағы куранттар һуғыу менән 12 бөртөк виноград ашарға тура килер. Шулай итһәң, йыл уңышлы киләсәк, тигән ышаныу йәшәй.

Италияла күптән йәшәп килгән йола буйынса Яңы йылда иҫке әйберҙәрҙән ҡотолалар. Был йола ауылдарҙа бигерәк тә һаҡланған. Шуныһы ҡыҙыҡ: 1 ғинуар көндө ағын һыу алырға юлланып, ҡайтып барғанда бөкрө ҡартты осратырға тырышалар. Ышаныуҙар буйынса, был уңыш килтерә, тиҙәр.

 

 Фото: https://www.livemaster.ru/topic/1048493-novyj-god-v-raznyh-stranah-mira-ili-takie-raznye-traditsii.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: