+16 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
25 Декабрь 2021, 11:00

Шыршы энәләрен ҡоймаһын өсөн нимә эшләргә?

Яңы йыл байрамын һәр кем – олоһо ла, кесеһе лә түҙемһеҙләнеп көтөп ала. Ә шыршыһыҙ уны күҙ алдына ла килтереүе ҡыйын.

Шыршы энәләрен ҡоймаһын өсөн нимә эшләргә?
Шыршы энәләрен ҡоймаһын өсөн нимә эшләргә?

Һуңғы осорҙа күптәр яһалма шыршыға өҫтөнлөк бирә, хуш еҫе сыҡҡан ҡупшыҡайҙы һатып алыусылар ҙа юҡ түгел. Ә ул оҙаҡ һаҡланһын өсөн нимә эшләргә һуң? Урман шыршыҡайы бер аҙна үтер-үтмәҫ энәләрен ҡоя башлай бит. Баҡһаң, уны ҡуйыр алдынан бер аҙ тоҙ, шәкәр, бер-ике аспирин төймәһе һалынған һыулы биҙрәгә ултыртырға кәрәк икән. Шулай уҡ ҡупшыҡайҙы глицерин иҙмәһендә тотоп алыу ҙа һәйбәт. Ҡырҡылған урынына иретелгән парафин ҡойорға ла кәңәш итәләр. Оҙағыраҡ торһон тиһәгеҙ, олонон бер аҙ урталай ҡырҡып, һыулы йөн сепрәк тығып ҡуйырға була. Уны сылатып торорға ла онотмағыҙ.

 

Фото: https://www.casual-info.ru/moda/wardrobe/183/2183/.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: