+21 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
26 Декабрь 2021, 13:00

Виртуаль Ford академияһында бушлай уҡып, сертификат ал

Виртуаль Ford академияһында бушлай уҡырға мөмкин. Водителдәр генә түгел, киләсәктә В категорияһы алырға теләгәндәр, йәйәүлеләр, пассажирҙар, самокатта, гироскутерҙа йөрөүселәр ҙә хәүефһеҙ йөрөү буйынса белемдәрен арттыра ала.

Виртуаль Ford академияһында бушлай уҡып, сертификат ал
Виртуаль Ford академияһында бушлай уҡып, сертификат ал

Уҡыу программаһына 12 тематик блок индерелгән. Үҙең генә лә, ғаиләң менән дә уҡырға була. Уның интерактив форматта, уйын механикаһы булыуы юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген мауығып өйрәнергә мөмкинлек бирә. Төрлө электрон ҡоролмалар – компьютер, планшет, ноутбук, телефон аша ла инә алаһығыҙ.
Сайтта теркәлгәндән һуң ҡулланыусы онлайн-академияның дәрестәренә инеү хоҡуғы ала. Уҡыу «теория», «практика» блоктарынан тора. Курсты уҡып бөткәс, сертификат та биреләсәк.
Проектта ҡатнашыу өсөн ошо һылтанма буйынса https://dsflford.ru  инегеҙ. Ойоштороусылары – Ford Motor Company Fund, ООО Соллерс Форд и Движение без опасности.

 

 

Фото: интернет селтәренән.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: