+21 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
30 Декабрь 2021, 10:50

Өфөлә йәмәғәт транспорты төнгө дүртенсе яртыға тиклем йөрөйәсәк

Яңы йыл байрамында Өфөлә йәмәғәт транспорты төнгө дүртенсе яртыға тиклем йөрөйәсәк. Был хаҡта Өфө ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Өфөлә йәмәғәт транспорты төнгө дүртенсе яртыға тиклем йөрөйәсәк
Өфөлә йәмәғәт транспорты төнгө дүртенсе яртыға тиклем йөрөйәсәк

Был төндө киске сәғәт 10-дан төнгө дүртенсе яртыға тиклем «Яңы йыл маршруттары» ла эшләйәсәк: 75-се – «Сипайлово – Ҡала советы», 258-се «Көмөш шишмә» биҫтәһе – «Сағыу» биҫтәһе – «Өфө ағас эшкәртеү комбинаты» (Менделеев һәм Беренсе май урамдары аша), 290-сы «Өфө ағас эшкәртеү комбинаты – «Өфө моторҙар эшләү берекмәһе» мәҙәниәт һарайы – «Пушкин» сауҙа комплексы. Улар 15-20 минут һайын хәрәкәт итәсәк.

Ә 31 декабрҙән 9 ғинуарға тиклем йәмәғәт транспорты ял көнө теҙмәһе буйынса йөрөй.

 

 

Фото: https://ufa.rbc.ru/ufa/16/02/2021/602b6f269a7947055965d859?nw=1613511862000

 

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: