+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
30 Декабрь 2021, 14:57

Медицина учреждениелары нисек эшләйәсәк?

Яңы йыл көндәрендә поликлиника, хәстәханалар, прививка пункттарының эш графигы билдәле булды. Һаулыҡ һаҡлау министрлығының етәкселеге 9 ғинуарға тиклем дежур итәсәк. Ә бына хәстәханалар һәм поликлиникалар билдәле график буйынса эшләйәсәк.

Медицина учреждениелары нисек эшләйәсәк?
Медицина учреждениелары нисек эшләйәсәк?

31 декабрь көндө хәстәханалар һәм поликлиникалар шәмбе графигы буйынса  – иртәнге 8-ҙән киске сәғәт 5-кә тиклем сирлеләрҙе ҡабул итә, өйгә табипты көндөҙгө сәғәт 4-кә тиклем саҡыртырға мөмкин.

1, 3 – 8 ғинуар медицина учреждениелары ял һәм байрам көндәре графигы буйынса – иртәнге 8-ҙән киске 5-кә тиклем эш алып барасаҡ.

2  һәм 9 ғинуар үлем тураһында справка эшләү өсөн табип-терапевт дежур итәсәк. Шулай уҡ ял көнө тәртибендә ашығыс медицина ярҙамы эшләйәсәк, саҡырыуҙар көндөҙгө сәғәт 4-кә тиклем ҡабул ителә.

Поликлиникаларҙа 31 декабрь, 2 – 9 ғинуар иртәнге 8-ҙән киске сәғәт 8-гә тиклем вакцина һалдыртырға мөмкин. Ә мобиль прививка пункттары ял көндәрһеҙ киске 7-гә тиклем эшләй.

Өфөләге өлкәндәр һәм балалар өсөн травмпункттар ҙа тәүлек әйләнәһенә йәрәхәт алыусыларҙы ҡараясаҡ.

 

 

Фото: https://sterlegrad.ru/

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: