-3 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
13 Ғинуар 2022, 10:40

Бары тик үҙеңә ышан!

Өфөлә «Арт-квадрат» үҙәгендә «Тамыр» телеканалының үҫмерҙәр өсөн төшөрөлгән «Ышан» сериалының исем туйы үтте.

Бары тик үҙеңә ышан!
Бары тик үҙеңә ышан!

Яңы йыл каникулдарында Башҡортостан юлдаш телевидениеһында һәм "Тамыр" телевизион каналында ете көн дауамында күрһәтелгән сериал тамашасы араһында ҙур ҡыҙыҡһыныу уятҡан, йылы ҡараш тыуҙырған.

 Ете бүлектә – ете тарих. Унда башҡорт легендаһындағы ете ҡыҙҙың бәләгә тарыған ете үҫмергә ярҙамлашыуы тасуирлана. Ата-әсәһе һәм тиҫтерҙәре менән мөнәсәбәттәр, яңғыҙлыҡ тойғоһо, аралаша белмәү, виртуаль донъяға күсеү, яуапһыҙ мөхәббәт, үҙ-үҙеңде башҡаларҙан кәм итеп тойоу кеүек проблемалар күтәрелә.

 -Сериал - үҫеп килеүсе йәш быуынға тәғәйенләнгән. Тап ошо мәлдә үҙеңдең көсөңдө һынап ҡарайһың, оло тормошҡа табан аҙымдар яһайһың. Ниндәй генә ауырлыҡтар булмаһын - иң мөһиме үҙеңә ышанырға кәрәк. Шуға ла беҙҙең ижади төркөмөбөҙ идеянан һәм сценарийҙан алып монтажына тиклем был фекер менән эшләне, - тине «Тамыр» телеканалы директоры Гөлназ Ҡолһарина. Билдәле кинорежиссёр Булат Йосопов:

-Башҡортостаныбыҙ таланттарға бик бай, ижади төркөмдәребеҙ ҙә көслө. Үҫмерҙәр өсөн сериалдарыбыҙ (беренсеһе - "Бирешмә") - бының асыҡ билдәһе. Ошондай потенциал булғанда республикабыҙға балалар каналы ғына түгел, балалар һәм үҫмерҙәр киностудияһын да булдырырға кәрәктер, - тигән фекерен белдерҙе.

Тиҙҙән сериал социаль селтәрҙәрҙә лә барлыҡҡа киләсәк, уны телевизорҙан ҡарап өлгөрмәгәндәр һәм  ҡарарға теләүселәр яңынан ҡарай аласаҡ.

Фото:https://vk.com/album-128295139_282460606

 

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: