-2 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
25 Март 2022, 15:50

Бүләккә - ҙур пицца!

Мәктәптәрҙә бөгөн - һуңғы уҡыу көнө. Иртәгәнән  яҙғы каникул башлана! Өфө ҡалаһының 48-се башҡорт лицейы уҡыусылары ашҡынып ҡына түгел, бер аҙ тулҡынланып та көтөп алды был көндө. Ни өсөн, тиһегеҙме? Сиреккә сыҡҡан билдәләр иҫәбенә, өлгәшкән уңыштарға ҡарап, синыфтар араһында иң-иңдәрҙе билдәләйәсәктәр бит!

Бүләккә - ҙур пицца!
Бүләккә - ҙур пицца!

Ғинуар айынан алып март бөткәнсе яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтеп, өсөнсө сиректе иң күп яҡшы билдәләр менән тамамлаусылар исеменә IV "А" синыфы лайыҡ булды. Ҡыҙҙар,малайҙарҙың һигеҙе тик "бишле"гә өлгәшә, араларынан ун бер уҡыусы сиректе "дүртле" һәм "бишле" билдәләренә генә тамамланы. Ул ғына ла түгел, синыфтарынан ун ике бала - төрлө фәндәр буйынса мәктәп олимпиадаларында, ә Илүзә Мырҙагилдина менән Илмир Мохтаров район олимпиадаһында еңеүсе булды. Камила Мозафарова "Өкө балаһы" республика ғилми конференцияһында ҡатнашты, район, ҡала кимәлендә III  урын яуланы. Шулай уҡ Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған йыр бәйгеһендә синыфтары менән призлы урын алдылар. Быйыл лицейҙа беренсе тапҡыр ойошторолған "Матурҡай - 2022" һылыуҙар һәм тапҡырҙар конкурсында Элина Миһранова Гран-приға лайыҡ булды.
Мәктәп етәкселеге IV "А" синыфы уҡыусыларын һәм уҡытыусылары Гөлгөнә Ишбулды ҡыҙы Әхмәрованы ҡотлап, Маҡтау ҡағыҙы һәм ҙур пицца тапшырҙы.  

Альбина МУЛЛАҒОЛОВА.

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: