+23 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
8 Апрель 2022, 10:35

Хәйҙәршиндар ғаиләһендә ун өсөнсө бала тыуған!

Ғ.Ғ.Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһының бала табыу йортонда Балтас районынан Альбина Хәйҙәршина ун өсөнсө сабыйына ғүмер бүләк иткән. 

Хәйҙәршиндар ғаиләһендә ун өсөнсө бала тыуған!
Хәйҙәршиндар ғаиләһендә ун өсөнсө бала тыуған!

-Теләгең бар икән, бер нәмәнән дә ҡурҡырға ярамай. Хоҙай үҙе биргән икән, аяҡҡа баҫтырырға ла ярҙам итәсәк. Һәр бала үҙ ризығы менән тыуа ул, - тип тәьҫораттыра менән уртаҡлашҡан бәхетле әсәй Башҡортостан юлдаш телевидениеһына биргән интервьюһында. 

45 йәшлек ҡатын ун өсөнсө сабыйын да үҙе тапҡан, 3 килонан аҙ ғына артығыраҡ булып тыуған һау-сәләмәт малайға Байрас тигән исем һайлағандар. Бәләкәсте өйҙә алты ағаһы һәм алты апаһы көтә. Ул ғына ла түгел, Альбина Хәйҙәршина ике тапҡыр өләсәй булырға ла өлгөргән икән. 

Тиҙҙәр Хәйҙәршиндар тыуған яҡтарына юлланасаҡ. Әсәгә һәм бапескә ныҡлы һаулыҡ теләйбеҙ!

Фото:https://get.wallhere.com/photo/f

 

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: