+24 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
12 Апрель 2022, 15:15

Туристик кешбэк программаһы оҙайтылды

Туристик кешбэк программаһы 2022 йылдың 15 апреленә тиклем оҙайтылды.

Туристик кешбэк программаһы оҙайтылды
Туристик кешбэк программаһы оҙайтылды

Ул туристарға ил эсендә һәм Башҡортостанда ял итергә мөмкинлек бирә, тармаҡта бизнесҡа һәм эш урындары менән тәъмин итеүгә булыша. Республикала ошо программала 8 шифахана, 20-нән ашыу ҡунаҡхана һәм ял базалары, 5 төбәк туроператоры ҡатнаша. Башҡортостан халҡы ошо программа буйынса 2022 йылдың 30 июненә тиклем, шул иҫәптән май байрамдарында ла сәфәргә сыға ала.
Шулай уҡ балалар кешбэгы менән юлламалар һатып алырға мөмкин. Баланы лагерға уңайлы шарттар буйынса 2022 йылдың 1 майынан сентябрь аҙағына тиклем ебәрергә мөмкин. Бындай юлламалар йәй аҙағына тиклем һатыла.
Рәсәй буйлап тур һатып алырға һәм уның хаҡының 20 процентын кире ҡайтарырға өлгөрөгөҙ!

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: