+24 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
18 Апрель 2022, 12:25

“Һөйләшһәләр әгәр туған телдә, телгә алыр улар мине лә”

25 апрелдә “Башҡортостан” дәүләт концерт залында Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың тыуыуына 90 йыл тулыуға арналған тантаналы кисә үтә. 

“Һөйләшһәләр әгәр туған телдә, телгә алыр улар мине лә”
“Һөйләшһәләр әгәр туған телдә, телгә алыр улар мине лә”

Унда Рәми Ғариповтың поэмалары һәм шиғырҙары уҡыласаҡ, шағирҙың һүҙҙәренә яҙылған йырҙар яңғыраясаҡ. Кисәлә Башҡортостан Республикаһының Милли симфоник оркестры,Таһир Сәйфуллин исемендәге дәүләт академия хор капеллаһы, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солистары Диләрә Иҙрисова, Әлим Ҡәйүмов, Аида Ғәбделхаҡова, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актерҙары Хөрмәтулла Үтәшев, Артур Кәбиров, Руслан Хайсаров, Фирғәт Ғарипов, Гөлмирә Исмәғилева, Башҡортостан Республикаһының Милли йәштәр театрынан Лилиә Исҡужина, Рәмзил Сәлмәнов, Илгиз Таһиров, Хөсәйен Әхмәтов исемендәге башҡорт дәүләт филармонияһының Азат Айытҡолов етәкселегендәге ҡурайсылар ансамбле,
Сибай концерт-театр берекмәһенең вокаль ансамбле, Рәми Ғарипов исемендәге 1- се республика башҡорт интернат-гимназияһының “Аҡйондоҙ” халыҡ бейеүҙәре ансамбле һәм йырсылар Гөлсөм Бикбулатова, Илгиз Миңләхмәтов, Ринат Фәттәхов, “Каруанһарай” фольклор-эстрада төркөмө ҡатнаша.

Йыр-моң, шиғриәт менән һуғарылған матур саранан ситтә ҡалмағыҙ, дуҫтар!

Фото: https://kulturarb

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: