+6 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
7 Июнь 2022, 15:45

"Медиайыйын"да республика Башлығы сығыш яһаны

"Торатау" конгресс-холында барған "Медиайыйын" матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары форумында республика Башлығы Радий Хәбиров сығыш яһаны. 

Быйыл форум "Медиатармаҡ һәм журналистика яңы саҡырыуҙар шарттарында" тип атала. Шуға ла һөйләшеүҙәр һәм мәсьәләләр ошо темаға ҡағылышлы булды.

- Был форумды ойоштороуҙы матур йолаға әйләндерергә ниәтләйбеҙ. Былтырғыһының йомғаҡтары буйынса ун бишләп ҡарар әҙерләнгәйне, әлеге көнгә тиклем шуларҙың туғыҙы үтәлде. Ҡалғандары өҫтөндә лә эшләйбеҙ, - тип белдерҙе республика етәксеһе.

Журналистарҙың тынғыһыҙ хеҙмәтен дә баһалап үтте, рәхмәт һүҙҙәре еткерҙе. Шулай уҡ сығышында пандемия осоронда ҡыҙыл зоналарҙа эшләгән, Украинала барған махсус хәрби операция барышын яҡтыртырға барған журналистарҙы ла билдәләне.

Донбассҡа ебәрелгән гуманитар ярҙам хаҡында ла һүҙ булды. Ошондай мәғлүмәттәрҙе бигерәк тә үҫеп килеүсе йәш быуынға - балаларға еткереү, аңлатыу, тәрбиәүи әһәмиәткә эйә булыуын белдерҙе.

-Украинала барған махсус хәрби операцияла һәләк булыусыларҙың ғаиләләрен, балаларын ярҙамыбыҙҙан ташламаясаҡбыҙ. Был беҙҙең, Башҡортостан Хөкүмәтенең, төп бурысы. Ә быларҙы халыҡҡа еткереү, матбуғат һәм киң мәғлүмәт сараларында яҡтыртыу - һеҙҙең бурысығыҙ, - тине ул журналистарға.

Төбәк етәксеһе республикала башҡарылған бихисап ыңғай эштәр, иҡтисади уңыштар тураһында ла һөйләне. Яңыраҡ ҡына эш сәфәре менән Үзбәкстанда булыуын, ике халыҡ араһында дуҫлыҡ ептәренең нығый барыуын да әйтеп үтте. 

Республика Башлығы бер төркөм матбуған һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәренә дәүләт наградалары, Рәхмәт хаттары тапшырҙы.

Фото: rbsmi.ru

 

"Медиайыйын"да Республика Башлығы сығыш яһаны
"Медиайыйын"да Республика Башлығы сығыш яһаны
"Медиайыйын"да Республика Башлығы сығыш яһаны
"Медиайыйын"да Республика Башлығы сығыш яһаны
"Медиайыйын"да Республика Башлығы сығыш яһаны
Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: