-3 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
11 Июнь 2022, 11:50

Батыр рухына арнала

16 июндә Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында башҡорт халҡының милли батыры булған Салауат Юлаевтың тыуған көнөнә арналған "Ҡаҡшамаҫ рух" исемле концерт үтә.

Батыр рухына арнала
Батыр рухына арнала

Унда Салауат батырҙың томошона, ижадына бағышланған әҫәрҙәр яңғыраясаҡ. “Салауат Юлаев” фильмынан Арам Хачатурян көйө башҡарыласаҡ, уны композитор һәм дирижер Ринат Камалов тергеҙгән. Шулай уҡ Заһир Исмәғилевтең “Салауат Юлаев” операһынан өҙөктәр, башҡа коммпозиторҙар әҫәрҙәре урын аласаҡ.

Билеттарҙы театрҙың кассаларында йәки сайты аша: https://bashopera.ru/repertoire/concert/14048/14049/ һатып алырға мөмкин.

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: