-4 °С
Ҡар
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
23 Июнь 2022, 18:40

Иң-иңдәр кемдәр?

Бөгөн «Торатау» конгресс-холында «Айыҡ ауыл – 2021» республика конкурсы еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы үтте.

Иң-иңдәр кемдәр?
Иң-иңдәр кемдәр?

Фойела конкурста ҡатнашыусылар тураһында мәғлүмәт яҙылған күргәҙмәләр, экспозициялар ойошторолғайны. "Тамыр" балалар һәм үҫмерҙәр телеканалының "Ныҡ бул" күсмә студияһы ла эшләне.

Сараның пленар өлөшөндә «Айыҡ ауыл  – 2021» конкурсы ҡатнашыусыларына, әүҙем ағзаларына махсус бүләктәр, ойоштороу комитетының дипломдары, Башҡортостан Республикаһының министрлыҡтары һәм ведомстволарының Рәхмәт хаттары тапшырылды, унан һуң төрлө майҙансыҡтар, "түңәрәк өҫтәлдәр" эш башланы.

Ә инде икенсе өлөштә бәйгенең еңеүселәре бүләкләнде. Улар кемдәр тиһегеҙме?

"Эре тораҡ пункттар" номинацияһында

I урын – Бөрйән районы, Әбделмәмбәт ауылы;
II урын – Ауырғазы районы, Мораҙым ауылы;
III урын – Көйөргәҙе районы, Яҡшымбәт ауылы.

"Ҙур тораҡ пункттар" номинацияһында

I урын – Тәтешле районы, Түбәнге Балтас ауылы;
II урын – Асҡын районы, Солтанбәк ауылы;
III урын – Иглин районы, Түбәнге Ләмәҙ ауылы.

"Уртаса ҙурлыҡтағы тораҡ пункттар" номинацияһында

I урын – Хәйбулла районы, Бәләкәй Арыҫланғол ауылы;
II урын – Шаран районы, Йәрәмкә ауылы;
III урын – Мәсетле районы, Яңы Мишәр ауылы.

"Бәләкәй тораҡ пункттар" номинацияһында

I урын – Йылайыр район, Сәләх ауылы;
II урын – Күгәрсен районы, Сәлих ауылы;
III урын – Стәрлетамаҡ районы, Кантүк ауылы.

Республика конкурсының бүләк фонды - 40 миллион һум ине. Алты миллион һум күләмендәге иң ҙур бүләккә "Эре тораҡ пункттар" номинацияһы еңеүселәре лайыҡ булды. Номинацияла еңеүселәр 5, 4, һәм 3 миллион һум аҡса менән бүләкләнде.

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: