+6 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
24 Июнь 2022, 16:10

Ғаилә ялы көнө үтә

25 июнь көндө Башҡортостандың барлыҡ ҡала һәм райондарында Ғаилә ялы көнө үтәсәк. Был хаҡта Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы хәбәр итә.

Ғаилә ялы көнө үтә
Ғаилә ялы көнө үтә

Был юлы ул йәйге ял итеүгә арналасаҡ. 

Сарала ҡатнашыусыларҙы бай йөкмәткеле, ҡыҙыҡлы программалар көтә. Спорт темаһына арналған оҫталыҡ дәрестәре, палаткалар ҡороу буйынса лайфхактар, "Рюкзак сере" конкурсы ла ойоштороласаҡ. Шулай уҡ республиканың туристик турҙары хаҡында мәғлүмәт тә алырға мөмкин. 

Сараларҙың ҡайҙа үтеүе һәм ҡасан башланыуы тураһында Башҡортостандың ғаилә порталында таныша алаһығыҙ.

Фото: семьярб.рф

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: