+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
4 Июль 2022, 12:20

"Башҡортостан ыласыны"

6 июлдә Республика Хәрби Дан музейында ошондай исем менән күргәҙмә асыла. Ул данлыҡлы милләттәшебеҙ, осоусы-штурмовик, гвардия полковнигы, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәетең тыуыуына 100 йыл тулыуға арнала. 

"Башҡортостан ыласыны"
"Башҡортостан ыласыны"

Унда Муса батырҙың тормош юлы, Өфө аэроклубында уҡыуы, нисек осоусы булып китеүе, Бөйөк Ватан һуғышында кисергәндәре, хеҙмәт юлы, һуғыштан һуңғы тормошо, ғаиләһе хаҡында мәғлүмәттәр, фотолары, шулай уҡ осоусыларҙың СССР-ҙағы формалары, авиация атрибутикалары менән дә танышырға була.

Күргәҙмә 2022 йылдың 17 октябренә тиклем эшләйәсәк.

Фото: bashinform.ru

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: