+26 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
6 Июль 2022, 12:25

Ниндәй байрам саралары көтөлә?

8 июлдә илебеҙҙә Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө билдәләнелә. Өфөлә йәшәүселәр һәм ҡунаҡтар өсөн бик күп күңел асыу саралары әҙерләнә.

Ниндәй байрам саралары көтөлә?
Ниндәй байрам саралары көтөлә?

Ҡала хакимиәтенең мәғлүмәт хеҙмәте хәбәр итеүенсә, төп байрам саралары "Ҡашҡаҙан" паркы майҙанында үтәсәк. Көндөҙгө сәғәт 5-тә үҙәк аллеяла оҫталыҡ дәрестәре, уйын программалары, төрлө белгестәрҙең консультациялары ойоштороласаҡ. Шулай уҡ ҡул эштәре оҫталарының йәрминкәһе лә эшләйәсәк. Спорт майҙанында волейбол, баскетбол буйынса ярыштарҙа, ғаилә старттарында ҡатнашырға мөмкин.

Кискеһен 18.30-ҙа Ҡала мәҙәниәт һарайының һәүәҫкәр артистары тарафынан әҙерләнгән концерт башланасаҡ, алтын, бриллиант туйҙарын билдәләгән ғаилә парҙарын, күп балалы һәм йәш ғаиләләрҙе "Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн" миҙалы менән дә бүләкләйәсәктәр. Концерт дискотека менән тамамланасаҡ.

"Родина" кинотеатрында киске сәғәт 7-лә "Бер ваҡыт, егерме йыл үткәс" фильмы күрһәтеләсәк. Инеү бушлай.

Ғаилә байрамдары шулай уҡ Рауил Бикбаев (12.00), "Беренсе май" (15.00), Иван Якутов (19.00) парктарында, "Ҡоштар" скверында (18.00), Өфө балалар филормонияһында (18.30) һәм Карл Маркс урамыындағы 9/1 йорт алдында (16.00) ойоштороласаҡ. 

Ҙур ғаилә байрамы 9 июлдә Урыҫ драмтеатры алдындағы майҙанда үтәсәк. Сара көндөҙгө сәғәт 15.00-дә башлана.

 

Фото: fotokonkurs.ru

 

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: