+1 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
5 Август 2022, 11:40

«Йәшлегемдең гүзәл сәскәләре»

«Мәтрүшкәләр» йырының был юлдарын бала сағымдың гүзәл сәскәләре, тип төҙәтер инем. Сөнки тап бала саҡта ошо көйҙө көйләй-көйләй мәтрүшкә йыйып йөрөгәнем хәтерҙә ҡалған. Ул саҡта популяр туған моңдарҙы әсәй ҙә, апайҙар ҙа башҡарыуы тәбиғи хәл ине. Улар йырлайҙар, ә мин күңелемә һеңдерә барам: «Етегән шишмә», «Оло юлдың туҙаны», «Сейәлетау»... Ә бөгөнгө йәш быуын ниндәй йырҙарҙы башҡара икән?

«Йәшлегемдең гүзәл сәскәләре»
«Йәшлегемдең гүзәл сәскәләре»

МӘТРҮШКӘЛӘР

Илдар Юзеев һүҙҙәре, Алмаз Ғиләжев көйө.

Мәтрүшкәләр, кипкән мәтрүшкәләр,

Алыҫтарҙан әсәй ебәргән.

Йәшлегемдең гүзәл сәскәләре

Тыуған ҡырҙарымда тирбәлгән.

 

Тәрән һағыныуҙан уйсанланған

Күҙ ҡарашым һеҙгә төбәлгән.

Әйтегеҙсе миңә, мәтрүшкәләр,

Әсәм ни әйтергә теләгән?

 

Мәтрүшкәләр мине уяттылар,

Һиҫкәндереп ғәмһеҙ төндәрҙә.

Мәтрүшкәләр кеүек киберһегеҙ,

Айырылһағыҙ тыуған илдәрҙән...

 

Фотоның авторы – Зөлфирә Ҡарағужина-Моратшина.

Автор:Гөлфирә Ҡарағужина
Читайте нас: