+13 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
7 Август 2022, 13:25

Бүләктәр хужаларын тапты

Ошо көндәрҙә Башҡортостан юлдаш телевидениеһының иртәнге “Сәләм” тапшырыуында тура эфирҙа  2022 йылдың икенсе ярты йыллығына гәзит-журналдарға яҙылыусылар араһында барған “Яҙыл да, бүләк от!” уйыны еңеүселәре билдәләнде.

Бүләктәр хужаларын тапты
Бүләктәр хужаларын тапты

"Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йорто ойошторған был уйында, уның шарттарына ярашлы бер республика һәм бер район йә ҡала, йәки ике республика баҫмаһына яҙылғандар ҡатнашты. 

Төп приз – ноутбукты Дыуан районынан «Башҡортостан уҡытыусыһы» һәм «Шоңҡар» журналдарына яҙылған  Айһылыу Сирбаева эләктерҙе. Мотоблокты  иһә «Республика Башкортостан» һә «Аургазинский вестник» гәзитен алдырған Минзәлә Мөлөкова (Ауырғазы районы) отто. Өфөнән  Рәсимә Яҡупова «Ағиҙел» һәм «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналдарына яҙылып,  туңдырғыслы булды. Телевизор «Буздяксие новости» һәм «Тамаша»  журналын яратып уҡыған Зифа Цуканова (Бүздәк районы) бәхетенә төштө.

Велосипедты Көйөргәҙе районынан  «Йәшлек» и «Юшатыр» район гәзитенә абонемент тултырған Мәҙинә Сәйфуллина аласаҡ.

Әйткәндәй, 31 августҡа тиклем  2023 йылдың тәүге ярты йыллығына гәзит-журналдарға арзан хаҡ менән яҙылып ҡала алаһығыҙ. Кем белә, бәлки “Башҡортостан Республикаһы” Нәшриәт йорто үткәргән уйындарҙың сираттағы еңеүсеһе тап һеҙ булырһығыҙ!

Сығанаҡ һәм фото: oskon.info

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: