Илсур Тайсин 1973 йылдың 12 ноябрендә Ейәнсура районының Сиреғол ауылында тыуған. Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһын тамамлаған. Учалы филармонияһында ла эшләгән, пандемия барыһын да өйгә бикләгәс, Себер яҡтарында монтажсы ла булған. Әле бына Төркиәнән ҡайтып төшөп, яҡташтарын ҡыуандырмаҡсы.
Илсур Тайсин – ете балаға атай. Тормош иптәше Нурзидә Нурислам ҡыҙы менән Илгизәргә, Айгизәргә, Әмирәгә, Биназирға, Мәликәгә, Ибраһимға, Әлимәгә ғүмер бүләк иткән.
Халыҡтың яратҡан артисы, талантлы Илсур Тайсинға ижади уңыштар, ғаилә именлеге теләйбеҙ.
Фото: vk.com