Республиканың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Ирина Голованова Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙа белдереүенсә, 27-29 сентябргә республикала уртаса тәүлек һауа температураһының +8 градусҡаса түбәнәйеүе көтөлә. Шул көндәрҙә йылытыу миҙгелен башлау тураһында ҡарар ҡабул ителергә мөмкин.
Башҡортостанда йылы биреүгә тулыһынса әҙерлеккә 15 сентябрҙә үк өлгәшелгән икән.
Сығанаҡ һәм фото: www.bashinform.ru