+1 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
13 Июль 2023, 11:44

Их, ҡарбузы...

Йәй айҙары бигерәк шәп! Көндәр эҫе торғас, рәхәтләнеп ҡарбуз ашайбыҙ. Әйткәндәй, күптәр уны емеш-еләк тип уйлаһа ла, ҡарбуз йәшелсә рәтенә инә. Белеүебеҙсә, ҡарбуз 90 процент һыуҙан тора. Төрөксәнән тәржемәһе – «ишәк ҡыяры», ҡыҙыҡ, эйе бит?

Их, ҡарбузы...
Их, ҡарбузы...

Элегерәк медицинала ҡарбуздың файҙаһы юҡ, тип уйлағандар. Һуңғы йылдарҙа ғына уның файҙалы матдәләргә бай икәнлеген асыҡлағас, киң ҡулланыла башлай. Һары ауырыуы менән ауырығанада, йөрәк, бөйөр, бауыр ауыртҡанда, хатта тамаҡ шешкәндә ҡарбуз ашарға тәҡдим ителә. Ул шулай уҡ тирене йәшәртә, уға һығылмалы булырға булышлыҡ итә, бит тиреһен яҡшырта икән.

Дуҫтар, ә һеҙ ҡарбуз яратаһығыҙмы?

Видео: «Веселые животные» төркөмөнән (vk.com)

Автор:Лилиә Солтанова
Читайте нас: