+21 °С
Облачно
VKOKМакс
Төрлөһөнән
7 Сентября , 04:50

Балаларыбыҙҙы Аллаһ һаҡлаһын!

Балаларыбыҙ ҡайҙа ғына йөрөһә лә, ниндәй юлдарҙа булһа ла, уларҙы Аллаһтың һаҡлауына тапшырайыҡ. Ата-әсәнең балаһы өсөн ҡылған ихлас доғаһы — йөрәктән сыҡҡан иң ҙур теләктәрҙең береһе.

Балаларыбыҙҙы Аллаһ һаҡлаһын!Балаларыбыҙҙы Аллаһ һаҡлаһын!
Балаларыбыҙҙы Аллаһ һаҡлаһын!

Аллаһы Тәғәлә — барыһын да Күреүсе, Ишетеүсе һәм йөрәктәребеҙҙә булғанды Белеүсе. Шуға күрә көн һайын балаларыбыҙ өсөн доға ҡылайыҡ. 

 

«Фатиха», «Аятел-Көрси», «Ихлас», «Фәләк» һәм «Нәс» сүрәләрен уҡып, Аллаһтан уларҙы яуызлыҡтан, насар кешеләрҙән, көнсөл күҙҙәрҙән һәм төрлө бәлә-ҡазаларҙан һаҡлауын һорайыҡ.

 

Йә Раббым! Балаларыбыҙға хәйерле, сәләмәт һәм бәрәкәтле ғүмер бир. Уларҙы Үҙеңә иман килтереп, ғибәҙәт ҡылыусыларҙан һәм Үҙең ҡушҡандарҙы үтәүселәрҙән ит.

 

 Йә Аллаһ! Уларҙың имандарын нығыт, йөрәктәренә иман нуры, күңелдәренә тыныслыҡ бир. Ауырыуҙарына шифа, көсһөҙҙәренә көс бир.

 

 Йә Раббым! Балаларыбыҙҙы гонаһтарҙан, хаталарҙан, аҙашыуҙан һәм яман юлдарға инеп китеүҙән һаҡла. Яман кешеләрҙең насар ниәттәренән, көнсөлдәрҙең күҙенән һәм һәр төрлө яуызлыҡтан яҡла.

 

 Йә Аллаһ! Уларҙы өҫтән дә, аҫтан да, уңдан да, һулдан да, алдынан да, артынан да килеүсе һәр төрлө зыяндан һаҡла. Юл бәлә-ҡазаларынан, яуыз кешеләрҙән һәм барлыҡ хәүеф-хәтәрҙән имен ҡыл.

 

 Йә Раббым! Балаларыбыҙҙы атай-әсәйҙәрен хөрмәт иткән, өлкәндәрҙе ихтирам иткән, мәрхәмәтле, шәфҡәтле һәм күркәм әхлаҡлы кешеләрҙән ит.

 

 Йә Аллаһ! Уларҙың йөрәктәрен Үҙеңә мөхәббәт менән тултыр. Һине яратҡан һәм Һин яратҡан бәндәләрҙән булыуҙарын насип ит.

 

 Йә Раббым! Уларҙың зиһендәрен үткер, аҡылдарын камил, холоҡтарын күркәм ҡыл. Белемдәрен үҙҙәренә лә, башҡаларға ла файҙалы ит.

 

 Йә Аллаһ! Балаларыбыҙҙы беҙҙең йөҙ аҡлығыбыҙ һәм күңел шатлығыбыҙ ит. Уларҙың бәхете — беҙҙең бәхет, уларҙың именлеге — беҙҙең иң ҙур шатлығыбыҙ булһын.

 

 Балаң ҡайҙа ғына йөрөһә лә, уны доғаң менән оҙат.

 

Ата-әсә балаһының һәр аҙымында эргәһендә була алмай. Әммә Аллаһ һәр ваҡыт уның менән. Шуның өсөн ҡулдарыбыҙҙы доғаға күтәреп:

 

«Йә Раббым, баламды Үҙеңә аманат итәм. Уны Үҙең һаҡла, Үҙең яҡла, Үҙең тура юлдан алып бар!» — тип һорайыҡ.

 

Әмин, йә Раббәл-ғәләмин!

 

Сығанаҡ һәм фото: Байыш биләмә мосолмандары берләшмәһе

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас