Ул – Даша Тимофеева. Ҡыҙ әле алтынсы синыфта уҡый. Бала саҡтан уҡ хәрәкәт итеү мөмкинлеге сикләнгәнгә күрә, мәктәпкә йөрөй алмай. Дашаны әсәһе Ольга Павловна ҡарап үҫтерә. Ҡыҙын төрлө түңәрәктәргә йөрөтөргә лә ваҡытын таба.
Бик һәләтле генә бала ул. Уның эшләгән ҡул эштәрен еүреп тә һоҡланырлыҡ. Ниҙәр генә юҡ унда: картиналар ҙа, уйынсыҡтар ҙа, һауыт-һабалар ҙа бар... Уларҙың һәр береһенә күпме күңел йылыһы һалынған! Уҙған йылда беҙҙең ҡала китапханаһында ҡыҙҙың 40-тан ашыу һүрәтенән күргәҙмә лә ойошторолғайны.
Даша Тимофеева яҡшы уҡыусы ғына түгел, шулай алтын ҡуллы ла. Мин уға һаулыҡ, ижади уңыштар теләйем, ҡәҙерлеләрен һәр саҡ еңеүҙәре менән һөйөндөрөп торһон.
Гөлназ ЙОСОПОВА,
башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.
Туймазы ҡалаһы, 2-се мәктәп.