-2 °С
Ҡар
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Таныш булығыҙ
29 Ғинуар 2022, 11:10

Өлгөлө башҡорт ғаиләһе

«Йәншишмә»лә ҡанат нығытҡандар бар ерҙә лә алдынғы ул! Ана, гәзитебеҙҙең тоғро дуҫы, элекке йәш хәбәрсебеҙ Алита Даян ҡыҙы кеүек!

Өлгөлө башҡорт ғаиләһе
Өлгөлө башҡорт ғаиләһе

Алита тормош иптәше Ғәзиз менән Өфө ҡалаһының Дим биҫтәһендә йәшәй. Бар яҡтан да килгән татыу, мөхәббәтле ғаилә ҡурсаҡтай һылыу ҡыҙ үҫтерә. Ҡалала йәшәүҙәренә ҡарамаҫтан, башҡорт телендә матур, таҙа итеп һөйләшә кескәй Йәсминә. Ул ғына ла түгел, «Һаумы, һаумы әкиәт!», «Минең шәжәрәм» кеүек төрлө республика кимәлендәге ижади конкурстарҙа әллә күпме еңеүҙәр яуларға ла өлгөргән.
Лоҡмановтар ғаиләһе уңған, һәләтле, ижади, рухлы булыуҙары менән күптәргә өлгө. Әле бына «Өлгөлө башҡорт ғаиләһе – 2022» республика бәйгеһенең төбәк этабында еңеүсе булғандар. Уларҙы ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ, финалда ла бер кемгә лә алдынғылыҡты бирмәҫһегеҙ тип ышанабыҙ. Уңыштар һеҙгә!

Фото:https://vk.com/photo563839900_457241653?rev

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: