+18 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Таныш булығыҙ
6 Февраль 2022, 13:35

Хәйбуллала үҫә шәп малай!

Һүрәттәге Степной ауылынан ете йәшлек Рәфис Тазетдиновты ҡарағыҙ әле?! Һоҡланғыс күренеш! Әле Рәфистең ҡолонсаҡты эйәрләп маташҡан мәлендә төшөрөлгән фото.

Хәйбуллала үҫә шәп малай!
Хәйбуллала үҫә шәп малай!

Тфү, күҙ теймәһен! Аттарға һөйөү оло йөрәкле кескәй егеткә фермерлыҡ эше менән булышҡан атаһынан, республика кимәлендәге ат сабыштарында дан яулаған ағаһы Айгиздән күскәндер, моғайын. Ҡурҡыу белмәгән Рәфистең дә алда эйәрләнгән аттары ла, еңеүҙәре лә күп булыр, тип ышанабыҙ!

Фото: интернет селтәренән.

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: