Был онлайн-сарала Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Урал Килсенбаев, Пермь крайы Губернатор хакимиәтенең милли һәм дини мөнәсәбәттәр департаменты директоры Анастасия Субботина, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Аппараты етәксеһе Рөстәм Баянов, «Ҡоролтай» башҡорттар төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Рәсил Мөхәмәтйәнов, тарихсылар, Пермь крайының йәмәғәт ойошмалары, республиканың киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре ҡатнашты.
Урал Килсенбаев үҙ сығышында Башҡортостан һәм Пермь крайы һәр саҡ ут күршеләр булды һәм уларҙы административ сиктәр генә түгел, ә уртаҡ тарих та тоташтыра, тип билдәләне.
– Пермь крайы биләмәһендә борондан илебеҙгә Исмәғил Тасимов, Туҡтамыш Ижбулатов кеүек арҙаҡлы рәсәйлеләрҙе һәм башҡа шәхестәрҙе биргән Ғәйнә башҡорттары йәшәй. Пермь крайында йәшәгән милләттәштәребеҙ менән хеҙмәттәшлек эшебеҙҙә һәр саҡ өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе булып ҡала. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров әйтеүенсә, туған телде өйрәнеү эше Башҡортостан сиктәре аша атлап сыҡты һәм милләттәштәребеҙ йәшәгән һәм уларҙың балалары туған телде өйрәнеүҙе теләгән төбәктәргә барып етте. Быйыл Барҙа районының Елпачиха ауылында йәкшәмбе мәктәбе асылды, башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге лә уңышлы эшләп килә. Әммә милләттәштәр менән хеҙмәттәшлектең уңышлы булыуы урындағы йәмәғәтселектең әүҙемлегенән дә тора, — тине Урал Таһир улы.
Рөстәм Баянов сығышында Бөтә донъя ҡоролтайы иғлан иткән Башҡорт тарихы йылы сиктәрендә Башҡортостанда һәм Рәсәйҙә башҡорттар күпләп йәшәгән төбәктәрендә төрлө тематик йүнәлештәге саралар үтә, тип билдәләне.
– 2010 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ҡарағанда, Пермь крайында 32 мең кеше үҙен башҡорт тип билдәләгән. Улар Барҙы, Көйәҙе, Пермь райондарында, Пермь һәм Чернушка ҡалаларында күпләп йәшәй. Пермь крайында егерме йылдан ашыу Рәсил Тимерғазый улы етәкселегендә башҡорттар төбәк ҡоролтайы уңышлы эшләп килә, уның составына 12 урындағы йәмәғәт ойошмаһы инә. Ике төбәк һәм ватандаштар араһында хеҙмәттәшлек артабан да һөҙөмтәле булырына ышанам, — тип Пермь крайы вәкилдәренә мөрәжәғәт итте Рөстәм Сәлим улы.