Был ауылда башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, Балыҡсы ырыуы вәкиле, тыуған яҡты өйрәнеүсе Шаһийән Муллағәлиевтың тыуыуына 90 йыл тулыу айҡанлы, иҫтәлекле таҡтаташ асылды. Сарала Бөтә донъя башҡорттар ҡоролтайы вәкилдәре, билдәле тарихсылар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, район халҡы ҡатнашты.
Шаһийән Миңлеғәлиев 1931 йылда Солтанбәк ауылында донъяға килгән. Өс тиҫтәгә яҡын ғүмерен хәрби хеҙмәттә үткәргән, хаҡлы ялға сыҡҡас, Өфөгә ҡайтып, тыуған яҡ тарихын өйрәнеүгә ғүмерен бағышлаған. Тап Шаһийән Миңлеғәли улы башҡорт ауылдарының тарихын һәм Балыҡсы башҡорттарының шәжәрәләрен өйрәнеп, уларҙы архив материалдары менән иҫбатлаған шәхес.
– Шаһийән ағай — иң тәүҙә үҙ халҡының, милләтенең киләсәген ҡайғыртып йөрөүсе, ошо сәбәпле оло йәшендә лә үҙенә ял бирмәгән тынғыһыҙ зат булған. Әгәр ҙә Шаһийән ағай шул йылдарҙа Асҡын башҡорттарын һаҡлап ҡалыу өсөн янып-көйөп йөрөмәгән булһа, бөгөн башҡарылған эштәрҙең күбеһе тормошҡа ашмаған булыр ине. Тап уның тырышлығы асҡындарҙы асылына ҡайтарырға ярҙам иткән. Шаһийән Миңлеғәлиев кеүек яҡташтарыбыҙ менән беҙ сикһеҙ ғорурланырға һәм уның исемен мәңгеләштереү өсөн хәлдән килгәндең барыһын да эшләргә бурыслыбыҙ, – ти урындағы ҡоролтай ағзаһы, «Йәнтөйәк» төбәк гәзите мөхәррире Наилә Имаева.
«Ул ысын патриот булды. Рухыбыҙҙы күтәреүгә ҙур өлөш индерҙе, асылыбыҙға ҡайтырға ярҙам итте». Шулай тип хәтергә ала яҡташтары тыуған яҡты өйрәнеүсе Шаһийән Миңлеғәлиевты.
– Атайым һалдат булды. 30 йылға яҡын ғүмерен хәрби хеҙмәткә арнаны. Ул киң күңелле, ихлас кеше ине, – ти Шаһийән Миңлеғәлиевтың улы Олег. Олег Шаһийән улы - хәрби төҙөүсе, отставкалағы подполковник. Бөгөн Мәскәүҙә йәшәй.