Быйыл Анжелика мәктәпкә барасаҡ. Ҡыҙыҡай күптән әҙер инде. Уның белмәгән нәмәһе юҡ, хәрефтәрҙе өйрәнгән, уҡый ҙа белә. Төрлө башватҡыстарҙы «һә» тигәнсе сисеп тә ҡуя. Етмәһә, инглиз телен өйрәнергә лә тотонған. Шуға ла Ирхан унан был сит телде белеп, ҡайһы бер һүҙҙәрҙе отоп ҡалырға тырыша ла инде. Ә бер көн уларҙың телефон ярҙамында бик мауығып башҡортса-инглизсә өйрәнеп ултырыуҙарын фотоға төшөрә һалып алдым. Һеңлеһенең килештереп уҡытыусы кеүек һөйләүе һоҡландырҙы. Ә Ирхандың уны тыңлап, һүҙҙәрҙе ҡабатлап ултырыуын әйт әле?! Икеһе лә ихлас тырыша ине.
Ирхан Таһиров Баймаҡ районының Аҡтау ауылында йәшәй. Ул III синыфта уҡый.
– Дуҫым Айгиз «бишле» билдәләре генә ала. Мин дә тырышасаҡмын, сиреккә сыҡҡан бер «өслө»мдө бөтөрөргә теләйем, – ти Ирхан.
Ҡалай маладис! Тырышһаң, һин булдыраһың ул!
Бына шулай Ирхандың каникулы бик файҙалы үтте. Өлгөр малай – инглиз телен, ә һеңлеһе башҡортса өйрәнде. Ял көндәре аҙағында барыһын һоҡландырып, Анжелика ла: «Һау булығыҙ!» – тип ҡайтырға юлланды. Шуныһына ла ҡыуанды Ирхан.
З. ИҪӘНДӘҮЛӘТОВА.