-3 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Тирмәкәй
27 Ноябрь 2022, 13:20

Әсәйҙәр ҙә ярышты

Баҡсабыҙҙың 4-се әҙерлек төркөмөндә Әсәйҙәр көнөнә бағышланған бик күңелле спорт байрамы уҙҙы.

Әсәйҙәр ҙә ярышты
Әсәйҙәр ҙә ярышты

Ул балаларҙың әсәй­ҙәренә үҙ ҡулдары менән алдан эшләп килтергән сағыу төҫтәге асылмаларын бүләк итеүҙән башланып китте. Башҡорт телендә йыр һәм шиғыр яңғыраны. Кескәйҙәр ике тигеҙ төркөмгә бүленеп, командаларҙың исемен, девизын әйтте һәм сәмле, көсөргәнешле ярышҡа старт бирелде.
Һәр кем алдынғы булырға теләне. Бер-береһен дәртләндереүсе тауыштарҙан, йүгеректәрҙең дөбөрләүенән зал яңғырап торҙо. Балалар «Бүләк», «Мин – әсәйемдең ярҙамсыһы», «Бутҡа» кеүек уйындарҙы яратып уйнаны. Ә шулай ҙа иң оҡшағаны «Бейе һәм туҡта» булды.
Уйын барышында балаларҙың ғына түгел, әсәйҙәрҙең дә өлгөр, етеҙ, отҡор булыуы, спорт менән дуҫ йәшәүҙәрен күреп ҡыуандыҡ. Күңел асыу сараһы бер тында ҡыҙыҡлы ғына үтте. Кескәйҙәргә уйын бик оҡшаны, быны уларҙың янып торған күҙҙәренән дә белеп була ине.

Розалиә КӘРИМОВА,
физкультура буйынса инструктор.
Өфө ҡалаһы,
308-се башҡорт балалар баҡсаһы.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: