«Сулпылар» һәм «Винтиктар» төркөмдәрендә ике күңелле тамаша үтте. Байрамды тәрбиәселәр тантаналы рәүештә асып ебәрҙе, матур, ҡупшы итеп кейенгән сығарылыш балалары байрам түренән урын алды. Кескәйҙәр оҫта итеп шиғырҙар һөйләне, йырланы, бейене. Төрлө уйындар уйнап, әкиәт сәхнәләштереп, үҙҙәренең белемдәрен күрһәттеләр.
Балаларҙы ҡотларға әкиәт геройҙары – «Ялҡау», «Ике билдәһе», «Ошаҡлаусы», «Ҡабалансыҡ» та килгәйне. Улар шаян булыуҙары менән бар ҡунаҡтарҙың кәйефтәрен күтәрҙе. Мәктәптә нисек үҙеңде тоторға өйрәтеп, балаларға тик «дүртле» һәм «бишле» билдәләренә уҡыуҙарын теләп хушлаштылар. Байрам аҙағында ата-әсәләрҙе, балаларҙы ҡотлап, директор урынбаҫары Светлана Әсүәт ҡыҙы Кәримова үҙенең изге теләктәрен еткерҙе, Дипломдар, Рәхмәт хаттары тапшырҙы. Ата-әсәләр ҙә тәрбиәселәргә үҙҙәренең рәхмәттәрен белдереп, бүләктәрен таратты.
Балаларҙы алда күңелле, мауыҡтырғыс мәктәп тормошо көтә. Оҙаҡламай уларҙы еҙ ҡыңғырау тауыштары белем иленә саҡырыр. Осраған ҡаршылыҡтарҙы, һынауҙарҙы еңел үтергә насип булһын. Аҡ юл һеҙгә, ҡыҙҙар һәм малайҙар!
Гөлнара ТЕМИРОВА, музыка етәксеһе.
Өфө районы, Зубов ауылы.