+29 °С
Облачно
VKOKTelegram
Тирмәкәй
3 Февраля 2025, 05:05

Хәрәкәттә – бәрәкәт

Ҡышҡы оҙон ялдан һуң "Ынйыҡай" мәктәпкә әҙерлек төркөмө тәрбиәләнеүселәре балалар баҡсаһын һәм дуҫтарын һағынып килде.

Хәрәкәттә – бәрәкәтХәрәкәттә – бәрәкәт
Хәрәкәттә – бәрәкәт

Улар менән “Сәләмәт булып үҫәбеҙ” аҙналығында көн һайын саф һауала йөрөнөк. Барыбыҙға ла оҡшаны.

Беҙҙең төркөмдә һәр көн иҫтәлекле үтә. Сөнки мауыҡтырғыс һәм файҙалы саралар ойошторолоп ҡына тора. Унда кескәйҙәр ихлас ҡатнаша. Бына шулай хәрәкәтләнеп, саф һауала йүгереп, шаярып та алабыҙ.

 

Әлфиә ВИЛДАНОВА,

"Әкиәт" балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе.

Сибай ҡалаһы.

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас