– Тыуған яғыбыҙҙың ер-һыу атамаларын белеү, уларға бәйле легендалар һәм риүәйәттәрҙе өйрәнеү, мәғлүмәтте киләсәк быуындарға еткереү – изге бурысыбыҙ, – тип һөйләй Әбделкәрим ауыл китапханасыһы Гөлниә Хәлфетдин ҡыҙы Алсынова. – Үҙебеҙҙә ойошторолған «Легендаларҙа һәм риүәйәттәрҙә – ерем-һыуым тарихы» акцияһына ҡушылып, мәктәптең VI һәм VII синыф уҡыусылары уҡытыусылары Лиза Ғилметдин ҡыҙы Мөхәмәтйәнова, Айгөл Йәлил ҡыҙы Булатова, ауылдың ветерандар советы рәйесе Йәмних Муса улы Ҡашҡаров менән Кәрәкәй тауына экскурсия ойошторҙоҡ. Балалар менән уның түбәһенә менеп баҫҡас, ауылыбыҙҙы уратып алған тауҙарҙың, Һаҡмар йылғаһына сылтырап килеп ҡушылған шишмәләрҙең атамалары менән таныштырып сыҡтыҡ. Үҙебеҙҙең йәшәгән еребеҙгә бәйле булған «Кәрәкәй» легендаһын да һөйләп ишеттерҙек. Балалар был тауҙың, ауылыбыҙ тарихын ҙур ҡыҙыҡһыныу менән тыңланы. Уҡыусыларға бигерәк тә Кәрәкәй тауына менеү, бейектән тирә-йүнде күҙәтеү оҡшаны.
Бик хуп! Әбделкәрим ауыл китапханаһы шундай бай йөкмәткеле акция ойошторған. Киләсәктә лә дауам итегеҙ был матур йолағыҙҙы, тип теләйһе генә ҡала.
Зөһрә ХӘКИМОВА.
Баймаҡ районы.