Һәр саҡ беҙҙе яратып, ҡеүәтләп кенә тора. Беренсе сирек тамамланғас, ул күмәкләп ял итергә барып килергә тәҡдим итте. Ата-әсәләр менән уйлашҡас, Шишмә районында урынлашҡан Турахан һәм Хөсәйенбәк кәшәнәләрен күреп ҡайтырға булдыҡ.
Иртә менән ямғыр яуа ине. Тик был беҙгә бөтөнләй ҡамасауламаны. Ямғырҙан һаҡлаусы плащтар, аҙыҡ-түлек алдыҡ та ҡуҙғалдыҡ. Уңайлы автобуста Айһылыу тигән гид апай барыһын да һөйләп-аңлатып барҙы.
Турахан кәшәнәһе биләмәһендә музейға индек, ашханала сәй эстек. Миңә иң ҡыҙығы мавзолейҙың формаһы булды. Беҙ Хөсәйенбәк кәшәнәһен дә күрҙек. Унда теләктәр теләү йолаһы бар икән, беҙ ҙә был йоланы үтәнек.
Тик яҡшы тәьҫораттар менән ҡайтып етеп, кисен атай-әсәйҙәребеҙгә экскурсия хаҡында һөйләнек. Фото, видеоларҙы күрһәттек. Уларға ла ҡыҙыҡ булды. Илүзә Рәфил ҡыҙына сәйәхәтебеҙ өсөн рәхмәт!
Дамир АБДУЛЛИН, VI «А» синыфы уҡыусыһы.
Өфө ҡалаһы, 7-се мәктәп.
РЕДАКЦИЯНАН БЕЛЕШМӘ. Турахан кәшәнәһе – тарих һәм архитектура ҡомартҡыһы, XIV – XV быуаттарҙа төҙөлгән ҡоролма. Аҡ таштар бер-береһенә юғары сифатлы эзбиз иретмәһе менән беркетелгән. Стеналарҙың ҡалынлығы – 1 метрҙан ашыу. Кәшәнә көмбәҙенең осона тиклемге бейеклеге 7 метрҙан артып китә. 1988 йылда үткәрелгән ҡаҙыу эштәре ваҡытында уның тирәләй XIV – XV быуаттарға ҡараған мосолман ҡәберҙәре табылған.
Турахандың кем икәнлеге хаҡында төрлө хәбәрҙәр йөрөй. Ул Сыңғыҙхандың вариҫы булған, тип тә әйтәләр. Кәшәнә эргәһендәге ҡәберлектәрҙән беленеүенсә, был ерҙә хандың ҡатыны Сәхибъямал да ерләнгән. Быйыл ошо ерҙә Евразия күсмә халыҡтары цивилизацияһы музейы асылды.
Хөсәйенбәк кәшәнәһе XIV быуаттың беренсе яртыһына ҡарай. Ошо осорҙа башҡорттар араһынан ислам диненә өйрәтеү һәм уны башҡаларға таратыу өсөн Хөсәйенбәк ебәрелгән. Уның вафат булған ваҡыты – 1341 – 1342 йылдар. Кәшәнә шул мәлдә төҙөлә. Тура мөйөшлө квадрат рәүешендәге нигеҙҙән торған йорттоң көмбәҙе бейеклеге – 5,28 метр. Эзбиз блоктарынан төҙөлгән стеналарҙың ҡалынлығы — 1 метрҙан ашыу. Кәшәнәлә 9 ҡәбер табылған: 3 оло кеше, 6 бала ерләнгән булған. Имам Хөсәйенбәктең кәүҙәһен тикшергәс, уның буйы – 160 сантиметр, европеоид йөҙлө икәне асыҡланған.