+13 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Тыуған яғым - алтын бишек
5 Сентябрь 2025, 15:40

Сәйәхәтселәрҙе көтәләр

Башҡортостанда туризм йылдан-йыл әүҙем үҫешә. Бигерәк тә йәйгеһен төрлө ҡыҙыҡлы маршруттар, турҙар ойошторола. Республика балалар туризмы белем биреү үҙәгендәге «Олатайҙар эҙенән» туристик клубына йөрөүселәр ҙә күп. Етәксеһе Валентин Александрович Корнилов балалар менән Башҡортостан ғына түгел, ә хатта Рәсәй буйлап та сәйәхәт итә.

Сәйәхәтселәрҙе көтәләр
Сәйәхәтселәрҙе көтәләр

Был туристик клубҡа ата-әсәләр ҙә йәлеп ителгән. Әйткәндәй, 2023 йылда ғына барлыҡҡа килһә лә, ололар араһында ла популярлыҡ яулап өлгөргән ул. Балалар теоретик яҡтан алған белемдәрен туристик походтарҙа практик йәһәттән һынай. Нисек палатка ҡорорға, дөрөҫ усаҡ яндырырға, ниндәй ризыҡҡа өҫтөнлөк бирергә, ҡаҙанда ашарға бешерергә, шулай уҡ туристик арҡандарҙы ла әҙерләргә өйрәнә.

– Ял көндәрендә экскурсиялар һәм походтар, уҡыу-методик һәм спорт-туристик походтар үткәрелә. Мәҫәлән, майҙа Һаҡмар йылғаһы буйлап беҙ кәмәләрҙә һәм байдаркаларҙа ағып төштөк. Төрлө мәмерйәләрҙә булдыҡ. Шулай уҡ Нуриман, Ишембай, Ғафури райондарының үҙенсәлекле матур тәбиғәте менән таныштыҡ. Ә август айында кәмә һәм байдаркаларҙа Эҫем йылғаһы буйлап сәйәхәт тә оҡшаны.

 Эҫем – Уралдағы йылға, Силәбе өлкәһе һәм Башҡортостан Республикаһы биләмәләренән аға. Ағиҙел йылғаһының уң яҡ ҡушылдығы булып тора. Оҙонлоғо – 239 километр. Һыу өҫтө майҙаны — 11700 квадрат километр. Мыш-Арҡа һыртынан башлана. Уның ярҙарындағы ауыл-ҡалалар: Силәбе өлкәһендә Эҫем, Минйәр, Әшә, Башҡортостанда Оло Теләк, Ҡаҙаяҡ-Ҡотош, Петровское, Кузнецовка, Серпиевкаларҙы үттек. Ҡушылдыҡтары булып Инйәр, Минйәр, Әшә, Ләмәҙе, Уҡ тора. Эҫем йылғаһы ярында Игнатьев мәмерйәһе бар.

  Эҫемгә беҙ өс көн ваҡыт бүлдек. Ике көн яр буйында палаткаларҙа йоҡланыҡ. Балалар тәбиғәттә рәхәтләнеп уйнаны, күңел асты. Август айының һуңғы көндәре булһа ла, һауа торошо яҡшы торҙо. Тирә-яҡты ла таҙаланыҡ, – ти Валентин Корнилов.

Шулай уҡ улар спорт туризмы буйынса ярыштарҙа, төрлө туристик слёттарҙа һәм фестивалдәрҙә ҡатнаша. Туристик клуб 2024 йылда БАМ-дың 50 йыллығына арналған төньяҡ Байкалға күп көнлөк тыуған яҡты өйрәнеү походында булған. Иглин районындағы Таутөмән ауылы янындағы зәңгәр күлгә лә сәйәхәт онотолмаҫ тәьҫораттар ҡалдырған. Үҙәктә асыҡ ижади фестивалдәр ҙә үткәрелә.

Бында балалар «Йәш туристар- ҡаяға үрмәләүселәр» түңәрәгендә лә ихлас шөғөлләнә. Улар а яһалма ҡаяла күнекмә үтә, оҫталыҡҡа өйрәнә.

  – Һәр саҡ беҙҙең балаларға әленән-әле походтар ойоштороп тороусы етәкселеккә ҙур рәхмәт, – ти, ата-әсәләр исеменән Ирина Сухорукова.

 – Беҙҙең төбәктең һоҡланғыс тәбиғәте, саф һауа, дуҫтар менән менән усаҡ янындағы аралашыуҙар, йырҙар дәрт, көс бирә. Барлыҡ уҡыусыларҙы беҙҙең үҙәккә, төрлө түңәрәктәргә саҡырабыҙ. «Олатайҙарыбыҙ эҙҙәре буйлап» туристик клубында көтәбеҙ. – ти директор Рәмил Нафиҡ улы Рәхмәтуллин.

Сәйәхәтселәрҙе көтәләр
Сәйәхәтселәрҙе көтәләр
Сәйәхәтселәрҙе көтәләр
Сәйәхәтселәрҙе көтәләр
Сәйәхәтселәрҙе көтәләр
Сәйәхәтселәрҙе көтәләр
Сәйәхәтселәрҙе көтәләр
Сәйәхәтселәрҙе көтәләр
Сәйәхәтселәрҙе көтәләр
Автор: Римма Баймурзина
Читайте нас